Динебеҙҙә - мәшһүр ҡатын-ҡыҙҙар
Гүзәл Ситдиҡова
Был яҙмаларымда һәр мөслимә, йәғни, мосолман ҡатын-ҡыҙы белергә тейешле мәшһүр ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында мөмкинсә мәғлүмәт биреүҙе бурыс итеп ҡуйҙым. Тәүге хикәйәттә, әлбиттә, ерҙә беренсе әҙәм затын донъяға килтергән Инәбеҙ Һаууа (халҡыбыҙ телендә - Һауа) тарихын бәйән итмәксемен.




