Мин - мосолман
Динем - Ислам,
Дин - йәннәт,
Пәйғәмбәрем -
Мөхәммәт.
Изге китап
Ҡөръәнем -
Аллаһ биргән
Йәм-йәнем.
Йома етһә,
Барыбыҙ
Ғибәҙәткә
Барабыҙ.
Манарала
Һилал - ай,
Яңы ғына
Тыуған ай;
Йондоҙо бар
Янында.
Ислам дине -
Ҡанымда!
-
Бисмиллаһ
-
Ҡөҙрәтле һүҙ - бисмиллаһ,
-
Һәр ғәмәлгә баш була.
-
Изге уйҙан башҡарһаң
-
Хатта таштан аш була.
-
Бисмиллаһ, тип көн башла,
-
Йоҡоңа әйт «бисмиллаһ»,
-
Һәр таң телә: «Бисмиллаһ,
-
Беҙгә иман бир, Аллаһ,
-
Беҙгә бәхет бир, Аллаһ!»
-
- Ҡунаҡ килгән
-
Аяҙ көндә, йәйге көндә
-
Буран сыҡҡанмы әллә,
-
Өй алдындағы имәнде
-
Йыға һуҡҡанмы әллә?
-
Шатыр-шотор килә ишек,
-
Дейеү микән, ен микән,
-
Ишек емереп килеүсе
-
Ниндәй ауаз-өн икән?
-
Буран түгел, дейеү түгел,
-
Яуап бик ябай ғына –
-
Ипләп ишек шаҡый белмәҫ
-
Ул малай - Ямай ғына.
-
-
Берҙәм ғаилә
-
Гөрләп тора өйөбөҙ,
-
Беҙ күмәкбеҙ, татыубыҙ,
-
Атай, әсәй, олатай,
-
Дүрт малай ҙа алты ҡыҙ.
-
Аҙбар тулы мал-тыуар,
-
Баҡса тулы йәшелсә,
-
Ялҡауланып тормайбыҙ,
-
Һәр кем эш белеп үҫә.
-
Хәрәкәттә- бәрәкәт,
-
Емешһеҙ ҡалмай хеҙмәт,
-
Эшләһәң, Аллаһ бирә,
-
Табын тулы һый-ниғмәт.
-
- Күршеләргә хөрмәтле,
-
Кешеләргә хөрмәтле,
-
Булығыҙ, - ти, - олатай, -
-
Беҙ - Мөхәммәт өммәте!
-
Һаумы, көн!
-
Иртә торғас, сәләм бирәм:
-
- Һаумы, ҡояш, һаумы, көн,
-
Һаумы, атай, әсәй бәғерем,
-
Таңғаса һағынып бөттөм.
-
Һаумыһығыҙ, һеңлеләрем,
-
Һаумыһығыҙ, энеләр! -
-
Улар ҙа мине юҡһынған:
-
- Һаумы, ағай, - тинеләр.
-
Имен килгән һәр иртәгә
-
Күмәкләп һөйөнәбеҙ,
-
Бөхтәләп элгән кейемде
-
Һөйөнөп кейенәбеҙ.
- Бөтөнөбөҙ - бер ғаилә,
- Бөтөнөбөҙ - бер бөтөн,
-
Беҙгә бәхет-шатлыҡ килтер,
-
Һаумы, ҡояш, һаумы, көн!
-
Мәк орлоғо
-
Мәк орлоғо, мәк орлоғо,
-
Бәләкәс кенә орлоҡ,
-
Энә күҙәүенән үтә,
-
Бына ул ниндәй ҙурлыҡ!
-
Ә яҙын түтәлгә сәсһәң,
-
Үҫә лә китә бит ул,
-
Буйы менән хатта мине
- Ҡыуа ла етә бит ул.
-
Нисек шул бәләкәс орлоҡ
-
Д-дәү булып үҫә икән,
-
Уға нисек, ағас түгел,
-
Мәк булыу күсә икән?!
-
Борос һауытындай башы
-
Тыңҡыслап орлоҡ тулы,
-
Берәүһен ҡойоп алғайным,
-
Өймәкәй булды ҡулым.
-
Бер емештән күпме емеш,
-
Түтәл тулы гөл-сәскә,
-
Мөғжизә кеүек ҡарайым
-
Баҡсамда үҫкән мәккә.
-
Энә күҙәүендәй орлоҡ,
-
Ә сере ниндәй оло.
-
Мәк тә Хоҙайға буйһона,
-
Ул да бит Аллаһ ҡоло.
-
-
Оят
-
Дуҫыма бүләк иткәндәр
-
Үҙ йөрөшлө машина.
-
- Әйҙә, бергә уйнайыҡ, -тип,
-
Килеп сыҡты ҡаршыма.
-
Ихатаны дыу килтереп
-
Көнө буйы уйнаныҡ.
- Уйнай-уйнай туйҙым үҙем,
-
Күҙем генә туйманы.
-
Кире килеп, машинаны
-
Һорамай ғына алдым,
-
Тик уйнап та өлгөрмәнем,
-
Оло хурлыҡҡа ҡалдым.
-
Күреп ҡалды һеңлекәштәр,
-
Ғәжәп итте олатай:
-
- Балам, - тине, - һиндәйҙәрҙе
-
Кеше бит «бур» тип атай.
-
Затыбыҙҙа бур юҡ ине,
-
Оят бит, балам, оят!
-
Мин ҡыҙарып баҫып торам,
-
Ҡолаҡ янғанын тоям,
-
Ояттан күҙ йәш ҡоям.
-
Ә бит уйнарға алғайным,
-
Урларға уйламаным.
-
Иллә мәгәр тәртип боҙҙом,
-
Боҙолдо шул иманым.
-
Хәҙер нисек күренермен
-
Йән дуҫымдың күҙенә?!
-
Машинаһын бирҙем,өҫтәп
-
Бүләк бирҙем үҙенә:
-
Иң яратҡан,
-
Иң яратҡан
-
Уйынсыҡты -
-
Олатайым
-
Шулай ҡушты.
-
Ҡаһарман яугир
-
Салауат көйләһә,
-
Былыбылдар тын ҡалған,
-
Салауат һөйләһә,
-
Сәсәндәр таң ҡалған.
-
Салауат уҡ атһа,
-
Ҡаялар онталған,
-
Салауат яу тотһа,
-
Дошмандан он ҡалған.
-
Салауат батырҙан
-
Алабыҙ дәрт-дарман,
-
Беҙ һиңә оҡшарбыҙ,
-
Салауат ҡаһарман!
- Сәхәр
-
Өләсәйем сәхәр эсә,
-
Мин дә бергә уянам,
-
Бигерәк тәмле сәхәр сәйе,
-
Уянғанға ҡыуанам.
-
Баллы сәксәк, татлы йөҙөм,
-
Ҡара емеш, күрәгә...
-
Сәхәр тәме үҙе башҡа -
-
Кемгә әле эләгә!
-
Өләсәйем менән бергә
-
Мин дә тотам ураҙа:
-
- Афарин, - тиҙәр ололар, -
-
Күңелең булыр таҙа.
-
Тик кискә тиклем түҙмәнем,
-
Ашаным да ҡуйҙым шул,
-
Шым ғына өҫтәл аҫтында
-
Икмәк ашап туйҙым шул.
-
- Беҙ күрмәһәк, Алла күрә, -
-
Тине, белгәс, өләсәй, -
-
Мөслим бала ололарҙы
-
Алдамай ғына йәшәй.
-
Шулай ҙа һин афаринһың,
-
Ашаның төшлөк үткәс,
-
Әле һиңә биш кенә бит,
-
Түҙерһең бер аҙ үҫкәс! |
-
Исем
-
Исем туйы бөгөн беҙҙә,
-
Исем ҡушыу - байрам ул.
-
Исем һайлауҙары бер ҙә
-
Еңел түгел, хайран ул.
-
Ниндәй генә исемдәрҙе
-
Һайламаныҡ һеңлемә -
-
Ул Эльвира, ул Анжела,
-
Карина һәм Элина.
-
Был исемдәр матур, әммә
-
Мосолман бит әле беҙ,
-
Ят исемдәр ҡушып бөтһәк
-
Мөшкөл булыр хәлебеҙ.
-
Беҙ Мөхәммәт өммәтенән -
-
Исемдәрҙән күренһен,
-
Исем менән һеңлебеҙгә
-
Бәхет нуры үрелһен.
-
Нурҙың Нуры - Аллаһыбыҙ,
-
Насип ит нурлы исем
-
Һеңлебеҙгә - гөлөбөҙгә!
-
Исемдә, тиҙәр, есем.
-
Ниһайәт, таптыҡ исемде,
- Туйға рәхим итегеҙ,
-
Нурияҡай һеңлебеҙгә
-
Бәхет теләп китегеҙ.
- Йәш хужа
-
Олатайҙың һөртөп ҡуйҙым
-
Ҡатаһын,
- Белеп торам кистән һуңлап
-
Ҡайтаһын.
-
Йома намаҙына тиеп
-
Киткәйне,
-
Сыҡҡан саҡта маңлайымдан
-
Үпкәйне:
-
- И инсафлы, мөхәббәтле
-
Бала һин,
-
Иң өлкән ир булып өйҙә
-
Ҡалаһың,
-
Мин ҡайтҡанса тәртип һинең
-
Өҫтә, - тип, -
-
Бар ҡылғаның булһын яҡшы
-
Төҫтә, - тип,
-
Миңә бурыс һалып китте
-
Олатам,
-
Донъя көтә беләм инде,
-
Былайтам:
-
Һеңлеләргә -
-
Иҙән йыуыу,
-
Ҡустыларға -
-
Быҙау ҡыуыу,
-
Ә үҙем ярам утын,
-
Утын бит - өйҙөң ҡото.
-
-
Аманат
-
Иртән һис уянғы килмәй,
-
Барғы килмәй дәрескә,
-
Ниңә инде дәрестәрҙе
-
Ҡуймайҙар икән кискә?!
-
Төшкә хәтлем йоҡлар инем,
-
Уйнап та туйыр инем,
-
Министр булһам, дәресте
-
Ун минут ҡуйыр инем.
-
Ышанып ҡуймағыҙ бер үк –
-
Шаярттым ғына лаһа,
-
Яҡшы уҡыйым мәктәптә,
- “Дүртле” лә “бишле” алам.
-
Иртән һис уянғы килмәй,
-
Торғо килмәй инде ул,
-
Әммә уҡып, белем алыу
-
Тик берҙән-бер тоғро юл.
-
Пәйғәмбәребеҙ әйткән бит:
-
Наҙан – беҙгә ят, тигән,
-
Ҡытайға барып булһа ла
-
Белем алып ҡайт, тигән.
-
Уның ошо васыяты
-
Һәммәбеҙгә аманат.
-
Уҡыйым, ҡыла алмайым
-
Аманатҡа хыянат.
-
-
Яңғыҙ түгелмен
-
Атай эшкә киткән саҡта,
-
Тәртип боҙма, улым, ти,
-
Беҙ теймәҫкә ҡушҡандарға
- Үрелмәһен ҡулың, ти.
-
Хәстәре күп әсәйҙең дә,
-
Ҡалдырып китә яңғыҙ.
-
Бер үҙем дә донъя көтәм,
-
Түгелмен дә мин аңһыҙ.
-
Яңғыҙым да яңғыҙ түгел,
-
Беләм, янымда - Аллаһ,
-
Ҡылғанды түгел, уйымды
-
Ул бит иҫәпкә ала.
-
Беләм ярҙам итерен дә,
-
Ҡурҡмайым ҡурҡмаҫ ерҙә,
-
Ялт итеп көтәм донъяны,
-
Тәртип боҙмайым бер ҙә.
-
Атай, әсәй өйҙә түгел,
-
Беләм, янымда - Аллам.
-
Тыйылғандан тыйылмаҫҡа
-
Мин Алланан оялам.
- Намаҙ
-
Өләсәйем хәбәр һөйләй –
- Ғәжәпләнерлек уға:
-
Тәнде таҙартҡан ише, ти,
-
Йән дә мохтаж йыуыуға.
-
Битте саям, ҡулды саям,
-
Йыуынам мин иренмәй,
-
Йәнде нисек йыумаҡ кәрәк -
-
Ул бит күҙгә күренмәй?!
-
Кет-кет көлөп, өләсәйем
-
Миңә былай аңлата:
-
Намаҙ йәнде сафландыра,
-
Йәнде-тәнде таҙарта.
-
-
Иң шәбе - мин
-
Апайым иҙәнде йыуа,
-
Әсәйем аш бешерә,
-
Атайым балаҫты ҡаға,
-
Һеңлем һүрәт төшөрә.
-
Өләсәйем бәйләм бәйләй,
- Бысаҡ игәй олатам,
-
Иң ҙур эште мин башҡарам –
-
Тотош күҙәтеп ятам.
-
Апайым иҙәнде йыуа –
-
Мөйөш ҡала йыуылмай,
- Тәнҡит утында көйҙөрәм –
-
Тәнҡитләү бит тыйылмай.
-
Әсәйем бешергән ашты
-
Ашамайым, бик майлы.
-
Атайым балаҫты төрөп
-
Йөрөтә белмәй яйлы.
-
Һеңлем төшөргән һүрәттә
-
Тауыҡ тиһәм, эт икән,
-
Етмәһә, оҙаҡ ҡылана,
-
Кискә тиклем көт икән.
-
Өләсәй бәйләгән башай
-
Миңә түгел, һеңлемә,
-
Кемде нығыраҡ ярата –
- Ана шунан беленә.
-
Олатайым бысаҡ игәй,
-
Үҙе күрмәй, йә инде,
-
Былай ҙа тупаҡ бысаҡты
-
Үтмәҫләп бөтә инде.
-
Бер мин генә шәп был өйҙә,
-
Миндә генә юҡ хата.
-
Хата ебәрмәһендәр тип
-
Шуға күҙәтеп ятам.
-
Мин хаҡлымы? Кем хаҡлы?
-
Ололарға ярҙам ит тип
-
Өйрәтәләр мәктәптә,
-
Ҡарт-ҡороға ярҙам ит, тип
-
Әсәйем дә гел әйтә.
- Бөгөн, мәйтәм, әбейҙәргә
-
Ярҙам итәйем әле,
- Бер-икеһенең сумкаһын
-
Тотоп илтәйем әле.
-
Көтөп торам сатҡа баҫып,
-
Күренмәйсе инәйҙәр,
-
Һирәк-мирәк күренһә лә
-
Ярҙам итсе, тимәйҙәр.
-
Берәүһенең муҡсайына
-
Барып ҡына тотондо-о-ом:
-
Милиция саҡыртты бит –
-
Саҡ аңлатып ҡотолдом.
- Ҡысҡырмай ғына һөйләш, тип
-
Тыялар мине өйҙә,
-
Бик ҡоторһаң, ана, тиҙәр,
-
Ҡайыш элеүле сөйҙә.
-
Таҡта янына сыҡтыммы,
-
Бөтә лә ҡуя тауыш,
-
Кәрәкмәй бында киҫәтеү,
-
Кәрәкмәй бында ҡайыш.
Ниңә өндәшмәйһең, - тиеп
-
Аптырай уҡытыусым
- … Беләһегеҙме, нимә
-
Иң-иң-иң ҡурҡытыусы?
-
Тәнәфестә лә минән шәп
- Ҡысҡырыусы юҡ таһа.
-
Мине телһеҙ ҡалдырырға
- Сығыу етә уртаға.
-
-
Мәрйәм инә күҙ йәше
-
Ғәжәп исемле бер гөл бар-
- “Мәрйәм инә күҙ йәше”.
- Ҡыҙыл яҡуттай – сәскәһе,
-
Япрағы – ҡара йәшел.
-
Мәрйәм түккән ҡанлы йәштәр,
-
Юғалтҡас Ғайса улын,
-
Ҡитғалар, ваҡыттар аша
-
Күскән, ти, гөлдәр булып.
- Еңел булмаған Рәсүлгә,
-
Әсәгә еңелме ни,
-
Бала яраһын меңләтә
-
Кисерә түгелме ни?!
-
Инде күпме һыҡтаһа ла
-
Бәндә Рәсүл хаҡында,
-
Мәрйәм инә күҙ йәшенең
-
Торалмаҫ тамсыһына.
-
Бөйөк Ғайса Рәсүлуллаһ –
-
Бөйөк Мәрйәм балаһы,
-
Һеҙ икәүҙең исемдәре
-
Ҡиәмәткәсә ҡалаһы.
-
Гөл емешен тәсбих иттем,
-
Тартырмын әйтеп зекер.
-
Рәсүлдәрҙе онотмайбыҙ,
-
Әлхәмдиллаһи шөкөр. |