Беренсе бүлек. Ап-аҡ күпер аяҡ аҫтарымда. Силәктәрем тулы йондоҙ ине
Хажға юлым ошо сәфәремдән күпкә алданыраҡ башланды түгелме икән? Ә бәлки ул кешене донъяға килгән көнөнән үк үҙ тарафына йүнәлтәлер? Әҙәм заты мосолман, йәғни саф иманлы булып донъяға килә, тиҙәр бит. Ата-инәһе генә балаһын йә динһеҙ, йә нәсрани, йә йәһүҙи, йә мәжүси итеп тәрбиәләй.
...Иҫ белгәндән әсәйемдең бисмилла әйтеп ҡойондорғаны, сәстәремде үргәне, аш яраштырғаны күҙ алдында.
Тик мин бәләкәй саҡта күберәк Илаһи заттың исемен балаларҙы ҡурҡытыу өсөн телгә алалар ине буғай. Дәһрилек заманындағы әлеге «халыҡ педагогикаһы» ла диндән биҙҙереүгә булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр. Гәзиттә редактор булып эшләгән сағымда тәржемәсебеҙ Әминә апай һөйләгән бер хәл иҫкә төшә. Ҡайһылыр танышы улын, Алла башыңа һуға, тип ҡурҡыта торғас, тегеһе бер көндө нәҡ үҙ ауылдары һөйләшендә: «Балдарҙың (балаларҙың) башына һуғып йөрөгәс, Аллаң да йүнде кеше түгел инде», - тип һалмаһынмы!
Бөгөн уҡымышы етмәгән бәғзе муллаларҙың дингә өйрәтеүе лә ошо хәлгә оҡшап ҡала.
Донъяға ҡарашым дәһрилектең иң юғары нөктәһенә еткән заманда тәрбиәләнеүен иҫәпкә алғанда, һикәлтәләре лә, аҙаштырырлыҡ ҡара урмандары ла, ғазаплы упҡындары ла байтаҡ булған хажға илткән юлымдың. Ни мөғжизә менәндер уларҙы артыҡ буталанмай уҙа алғанмын.
Мәктәптә, (тәүбә-тәүбә), Алла юҡ, уны бар тип әйтеүселәр - томаналар, наҙандар, тип өйрәтеп ҡайтарҙылар. Анауындай оло Ғаләм дә, Ер ҙә, әҙәм заты үҙе лә үҙлегенән барлыҡҡа килгән имеш. Дин таратыусылар иһә - зарарлы, замандан артта ҡалған кешеләр.
Ҡайтыуыма күрше ауылдан өләсәйем ҡунаҡҡа килгән, намаҙ уҡып ултыра. «Томана» өләсәйемде «зарарлы» ғәмәленән туҡтатырға тырышып ни ҡыланғанымды хәҙер иҫләргә лә оялам. Ә иҫкә төшөрөргә кәрәк. Тәүбә итер өсөн.
Атайым мәктәп директоры ине. Уға атеистик эш алып барырға дәрәжәһе, коммунист исеме ҡуша. Өләсәйем намаҙын боҙғанымды әйткәс, ул нисектер баҙап ҡалды ахыры. Шунан әйтеп ҡуйҙы: «Өләсәйең ҡарт кеше, уны хәҙер үҙгәртеп булмай инде, үҙе белгәнсә эшләһен».
Вафатына күп тә ҡалмаҫтан, дин, атеизм хаҡында һүҙ сыҡты ла, киҫәткәндәй, әйтеп ҡуйҙы:
- Иҫлә, мин берәй саҡ Алла барлығы-юҡлығы хаҡында берәй һүҙ әйткәнем булдымы? Юҡ! Заманы шундай ине, әммә минең кешеләрҙе аҙаштырғым килмәне. Һәр кем үҙенсә уйларға хаҡлы.
Эйе, һәр кем үҙенсә уйларға хаҡлы. Минең дә үҙ фекеремде көсләп тағырға ниәтем юҡ. Бары тик үҙ уйланыуҙарымды, кисергәндәремде бәйән итәм.
Алтынсыла уҡығандамы икән, ҡышҡы каникулға атайым күрше ауылға, өләсәйем янына ҡунаҡҡа алып барҙы. Ураҙа ваҡытына тура килдем. Өләсәйем биттәре туҙып бөткән «Ҡөръән»ен уҡый, килгән әхирәттәренә тәфсирен һөйләй. Кистәрен ашҡа йөрөйҙәр. Ҡыҙыҡ күреп, ғәрәп хәрефтәрен бер ҡағыҙға күсерә башланым. Хәрефтең ниндәй өндө аңлатҡанын белмәһәм дә, бөгөлдәрен, нөктәләрен төп нөсхәләгесә итергә тырышам. Өләсәйем һөйөнөп китте, үҙендә булмаған ниндәйҙер доғаны яҙып алыуымды һораны. Эй маҡтаны инде шунан, матур яҙғанһың, тип, эй маҡтаны.
Намаҙын боҙорға тырышмағаныма ла шатланғандыр инде, бахыр.
Рәсми тәрбиә һәм өй тәрбиәһенең ҡапма-ҡаршылыҡлы булыуы бер мине генә аҙаштырмағандыр инде ул.
...Ураҙа байрамы сабый саҡтан тылсым тулы, иң шатлыҡлы байрам булып иҫтә ҡалған. Был көнгә әсәйем әллә күпмегә алдан әҙерләнә башлар ине - туғандары һалған посылкаларҙағы тәм-том ашап бөтөлмәй хатта айҙар буйы һаҡлана. Беҙгә, бәләкәстәргә, күрһәтмәй генә бүләктәр алына. Байрам алдынан әсәйем айырым бер тырышлыҡ менән өйҙө таҙартырға тотона. Тәҙрә ҡорғандары, түшәк-йәймә, ашъяулыҡтар, сигеүле-селтәрле мендәр тыштары ап-аҡ итеп ҡайнатып йыуыла. Уларҙың һәр береһенә әсәйемдең күҙ нуры нағышланған: әкиәти гөлләмәләр, суҡышына хат ҡыҫтырған күгәрсен, донъяла булмағанса сағыу ҡанатлы ҡоштар, күбәләктәр - һәммәһе әле лә күҙ алдында.
Иҙәнде бысаҡ менән ҡырып йыуғанды яратманы әсәйем, таҡтаһы сүбәкләнә, ти торғайны. Ҡаҙан тултырып һыу ҡайнатабыҙ, шунан башлана инде эш. Ҡул түҙер-түҙмәҫ ҡайнар һыуға һалабаш йыуғыстар һалып, беҙ, береһенән-береһе бәләкәй өс ҡыҙы, ваҡ ҡына йыуғыстар алып күперткәнсе һабынлап иҙән ышҡыған булабыҙ.
Эште тамамлағас, маҡтала-маҡтала сәй менән һыйланабыҙ, берәр кәнфит тә эләгә - хан һыйы инде. Самалап ҡына ҡабып сәй эскәс, ҡалғанын йыйып ҡуябыҙ - гел тәтеп тормай ҙаһа. Өйгә тәмле булып еүеш ағас еҫе тарала. Иҙән кипкәс, затлы паркеттарың ары торһон - ялтырап ята. Һәр баҫҡан эҙең полировкалағы кеүек тап ҡалдыра. Шуға оло яҡҡа бик индермәйҙәр.
Әсәйемдең аллы-гөллө сигеүҙәре үҙ урынын ала: һырлы рамлы дәү көҙгө башына ла, стеналарға ла, тәҙрәгә лә, карауат, радио, өҫтәл өҫтәренә лә тәғәйенләнгәндәре бар. Бөтә ерҙә аҡлыҡ-паклыҡ.
Байрам еткәс, иртә менән әсәйем шым ғына тороп мейес яға, өйгә ҡоймаҡ еҫе тарала. Һәр ваҡыттағыса һамаҡлап беҙҙе уята: «Тороғоҙ, ҡолонсаҡтарым, йөрәкәстәрем, бәхетте таң атҡанға тиклем тараталар»,- тип башыбыҙҙан һыйпай. Бер аҙ ғына наҙланып ятҡас, өсөбөҙ ҙә һикереп торабыҙ - әсәйемдең бүләктәр әҙерләгәнен, таҫлап үтекләгәнен кистән шым ғына күҙәтеп яттыҡ инде.
Өсөбөҙҙө лә ғөсөл ҡойондороп, әсәйем беҙгә ап-аҡ эске кейемдәр кейҙерә. Бер иштән теккән шау биҙәк яңы күлдәктәр һона. Ап-аҡ, селтәрлекәй ебәк ойоҡбаштарҙы кейә һалып алабыҙ. Ошо көнгә тип һалып ҡуйған аллы-гөллө ебәк таҫмалар менән сәстәребеҙҙе үрә. Өйөбөҙ нур эсендә йөҙгәндәй, ә һеңлеләрем гәлсәр төҫлө үтә күренә башлағандай тойола миңә шул саҡ.
Сигеүле ап-аҡ ашъяулыҡ өҫтөнә теҙелгән һый-ниғмәттәрҙе ауыҙ итер мәл дә етә. Үзбәкстандан апаһы ебәргән йөҙөм-өрөктәр, Дүртөйлө сәтләүеге, йәй үҙебеҙ йыйған еләк ҡайнатмалары - табын түрендә. Дүрткел кәсәләрҙә хуш еҫе аңҡып торған алһыу кеҫәл...
Һыйланып алғас, әсәйем миңә - оло ҡыҙына - эш ҡуша: «Бар, балам, һыуға барып кил. Таңдан һыуға барған кешенең теләктәре ҡабул була. Раббым-Аллам, донъяға именлек бир, атай-әсәйем тигеҙ ғүмер итһен, үҙемә, һеңлеләремә бәхет-тәүфиҡ, оҙон ғүмер бир, тип телә».
Баҡсабыҙҙан ғына ағып ятҡан Оҙонуйҙан уймаҡтай ғына биҙрәләремә тултырып һыу алам. Шишмә төбө тулы йондоҙ. Улар минең биҙрәләремә лә күсә. Әсәйем әйткәнсә, һыуҙың бер тамсыһын да сайпылтмаҫҡа тырышып атлап барғанда теләктәремде доға урынына ҡабатлайым.
Йылға буйынан болдоробоҙ күренеп тора. Унда әсәйем сығып баҫҡан. Йылмая, абыныпмы, тайыпмы йығылып китмәһен бәләкәсем, тип борсолоп торалыр инде. Әммә ҡурсып эргәмә килмәне. Дөрөҫ эшләгән. Ғөмүмән, гел үҙаллы булырға өйрәткән ул мине һиҙҙермәй генә.
Күңелем тулы изге доғалар, биҙрәләрем тулы йондоҙ ине был миҙгелдә, был илаһи таңда.
Сабыйлыҡтан сығып барған йөҙөмдө меңдәрсә тапҡыр көҙгөләге кеүек сағылдырған, ҡайһы мәл күҙ йәштәремде йыуған, йәйге селләләрҙә һалҡын һыуы менән ялҡынымды баҫҡан Оҙонуйым хаҡында ине яҙған тәүге шиғырҙарым да.
Ете төндә - етмеш уйым,
Шишмә аға - Оҙонуйым,
Ә төбөндә - Ай мөгөҙө,
Йондоҙ төшкән уйым-уйым.
Йондоҙҙарҙы йолҡоп-йолҡоп
Ағым алып китмәк була,
Ай мөгөҙөн айҡап-сайҡап,
Алҡа итеп киҫмәк була.
Ташҡа бәрелеп йондоҙ сыңлай
Сылтыр-сылтыр, сылтыр-сылтыр...
Йондоҙҙарҙың ҡыңғырауын
Төн буйына тыңлап сыҡтым.
Аяҡ аҫтына баҡһам да, күккә ҡараш ташлаһам да, тик йондоҙ, балҡып торған айҙы ғына күрергә һәләтле йәшлегем шиғыры был. Урталыҡта - мин. Ҡайҙа ысынбарлыҡ, ҡайҙа сағылыш, күҙ быуыу ғына икәнлеген дә әле бик айырмаған хыялый йәшлек. Күктәге хәрәкәтһеҙ ай-йондоҙҙарға ҡарағанда тилбер шишмә ағымында сағылып сайҡалғандарына хатта күберәк тә иғтибар иткәнмендер.
Ер менән күк, дәһрилек менән исламиәт араһында - минең йәшлегем.




