Оло хаж
Зөлхизә айының 8-се көнөндә Оло хаж башлана. Хаждағылар был көндө тулыһы менән Ғәрәфәттә үткәрергә тейеш. Таңға беҙҙе лә шунда алып киттеләр. Төркөмдәштәребеҙҙең бер өлөшө кистән үк Ғәрәфәткә юлланғайны инде, сөнки ғәрәптәрҙә яңы көн ҡояш байыу менән башлана.
Машиналар ағымының осо-ҡырыйы юҡ. Автобустар төнө буйы Мәккә менән Ғәрәфәт араһында ҡайнап торҙо. Таксиға ҡытлыҡ юҡ - күрше илдәрҙән дә бол эшләп ҡалыу ниәте менән Рамаҙан айында Сәғүд Ғәрәбстанына күпләп киләләр икән. Азиянан килеүселәр автобус башына ла, йөк машиналарына ла теҙелешеп ултырып алалар. Беҙҙәге ише, ҡағиҙә боҙаһығыҙ, тип туҡтатыусы юҡ.
Сатырҙар ҡоролған ҡаласыҡҡа беҙҙе индермәй интектерҙеләр. Ҡояштан йәшенер урын юҡ, аяҡ аҫты борхолдап торған туҙан. Тын алыуы ауыр, бәғзе берәүҙәр юҡҡа ғына битлек кеймәгәндер.
Ниһайәт, ойоштороусыларыбыҙ йыйылып, ғәрәптәр менән аңлашҡандан һуң, иң төпкөлгә алып барып урынлаштырҙылар. Намаҙ-ғибәҙәттәр менән бер аҙ ваҡыт уҙҙы. Көн шундай аяҙ, ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра - нәҡ беҙҙәге йәй уртаһы, бесән ваҡыты.
Ихрам кейгән йәш кенә ир илай-илай һоранып уҙҙы - аңлашылмаған һүҙҙәр араһында «Ираҡ» тигәне ишетелеп ҡала. Һуғыш барған ерҙән бит, тип йәлләй-йәлләй хәйер тотторҙоҡ. Уның артынан ҙур ҡара полиэтилен тоҡ күтәреп, сүп йыйыусы күренде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр, шул иҫәптән мин дә, һуңлап ҡына аңланыҡ - был меҫкендәргә бер кем дә түләмәй, хеҙмәттәре өсөн хажиҙар аҡса тотторорға тейеш икән. Ә беҙ ҡый-һайыбыҙҙы тоҡҡа һалдыҡ та бер ни ҙә бирмәнек. Яҡын-тирә илдәрҙән улар ҙа хаж мәлендә әҙ булһа ла аҡса эшләү маҡсаты менән килеп тулалар, ти. Һәммәһе лә сибек кенә, күҙҙәре бойоҡ, кейемдәре иҫке-моҫҡо. Әле лә йәлләп иҫкә төшөрәм.
Хажиҙарса кейенеп теләнселәгәндәр Мина үҙәнендә сатырҙарҙа йәшәгәндә лә байтаҡ осраны. Хәйерселәүҙе һөнәр итеп алғандарҙыр тип уйлайым, сөнки бүлмә һайын инеп, яҡшы ҡуйылған тауыш менән бер үк һүҙҙәрҙе һөйләп, бер үк урынында илап йөрөй алмайҙыр ул зарураттан һораныусы. Туҡыма стеналар аша әллә ҡайҙа ишетелеп тора ине уларҙың тауышы. Һәр береһенең телендә - Ираҡ. Мәҙинәләге Нәбиулла мәсетендә ултырған килеш кенә шыуышып теләнселәгән ҡатындарҙы ла күрергә тура килде. Юлыма аҡса юҡ, тип төшөндөрөргә маташты береһе миңә. Алла хаҡы өсөн тип һорағас, бирҙем. Ундай әҙәмдәрҙең гонаһтарын Хаҡ Тәғәлә үҙе ярлыҡаһын, сөнки Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһи үә сәлләм малы етмәгәндәргә хаж ҡылыу тыйыла икәнлеген ап-асыҡ итеп әйткән.
Кем - дине, кем көнө тип йөрөй хажға
Кибеттәр бикләнмәй. Аҙан тауышын ишетеүҙәре була, һатыусылар утты һүндереп, ишеккә арҡыры берәй нәмә ҡуя ла йәмәғәт намаҙына баҫа. Хатта алтын һатылғандарында ла. Миңә лә бер-ике намаҙымды урамда, тротуарҙың буйынан-буйына теҙелгән хажиәләр араһында уҡырға тура килде. Ҡунаҡханаға ла күп ҡалмағайны, ләкин Ҡәғбәтулла мәсетенән радио аша бөтә ҡала өҫтөнә яңғырап торған аҙанға буйһонмай ҡалған бер кеше лә юҡлығын күрә тороп, нисек туҡтамайһың?!
Ниндәй моңло итеп уҡыйҙар бында аҙанды һәм намаҙ доғаларын! Береһе - ҡалын, икенсеһе юғарыраҡ тауыш менән ике мәзин аяттарҙы алмаш-тилмәш бәйән иткәндә Мәккә эсе тып-тын ҡала: машиналар бик һирәк һәм оло юлдан ғына үтә, сөнки хажиҙар хатта улар йөрөр тыҡрыҡтарҙа ла намаҙға баҫа.
... Оло хаж башланды. Уға ла әҙерлек ғүмрәләге кеүек - ғөсөл ҡойоноп, тырнаҡты киҫәһең, тәндәге төктәрҙән арынаһың, ихрам кейәһең, ике рәҡәғәт намаҙ уҡығас, махсус ниәт әйтәһең. Ихрам хәлендәге кеше, йәғни мөхрим, теленән тәлбиәне төшөрмәҫкә тейеш. «Ләббәйкә Аллаһүмә ләббәйкә! Ләббәйкә лә шәрикә ләкә ләббәйкә! Иннәл-хәмдү вән-ниғмәтә ләкә үәл мүлк! Лә шәрикә ләк!» - юлда ла, Ҡәғбәтулла янында ла, Ғәрәфәттә торғанда ла, шайтанға таш атырға барғанда ла ошо һүҙҙәр төрлө раса, төрлө милләт кешеләре ауыҙынан яңғырап торҙо.
Беҙ сиктәре һары һыҙат менән билдәләнгән ғәләмәт киң үҙәнгә мегаполис булып теҙелгән сатырҙарҙың береһе эсендә намаҙ уҡыйбыҙ, вәғәз тыңлайбыҙ. Һыҙаттан тышта ҡалыу - ғәфү ителмәҫ хата, сөнки ул тарафтар Ғәрәфәт тауына инмәй. Ошо тауҙа тороу иһә хаждың иң мөһим ғәмәлдәренең береһе. Пәйғәмбәребеҙ ҙә: «Хаж - ул Ғәрәфәт тауында ғибәҙәт ҡылыу», - тип әйткән. Сиккә тура килгән бер мәсет тә бар икән бында, уның бер яғындағы хаж ғибәҙәте дөрөҫ була, һыҙаттан тышта ҡалғанында - юҡ!
Ғәрәфәт тауының ҡайһы урынында доға ҡылһаң да ярай, әммә Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм үҙе Рәхмәт тауы ҡаялары өҫтөндә вәғәз һөйләгән. Мөмкинсә шунда булыу мәғҡул, тигән ғөләмәләр. Пәйғәмбәребеҙ үҙе хаж ғәмәлен вафатына күп тә ҡалмаҫ элек үтәгән һәм мосолмандар ҡатын-ҡыҙға изге мөнәсәбәт күрһәтергә тейешлеген ныҡлап, васыят итеп тап ошо урында әйткән. Шундай мәрхәмәтле дин өйрәтеп ҡалдырған Пәйғәмбәребеҙ өсөн Хаҡ Тәғәләгә рәхмәттәрҙе әйтеп бөтөрлөк түгел.
Таңһылыу менән тирә-йүнде ҡараштырып килдек - тамаҡ ялғарҙай урындар күренмәй, алыҫыраҡталыр. Үркәстәренә матур балаҫтар ябылған, йөндәренә аллы-гөллө суҡ-таҫмалар үрелгән дөйәләргә ултыртып фотоға төшөрәләр ҙә шунда уҡ иҫтәлекле кадрҙы ҡулыңа тотторалар. Ә күңел урынында түгел, шунлыҡтан тиҙ үк сатырыбыҙға кире ҡайттым. Йәнем Рәхмәт тауының илаһи үренә ҡоштай талпына, күрмәй китһәм, хажым да, күңелем дә тулы булмаҫ кеүек.
Сәғүд Ғәрәбстанында дини белем эҫтәгән йәш кенә имамдан һорағас, был фарыз түгел, сөннәт кенә, тип тупаҫ ҡына яуап бирҙе, вәғәзендә лә исемемде әйтмәй генә шелтәләп алды.
Рәхмәт яуғыры, үҙебеҙҙең Өфөнән «Ихлас» мәсете имамы Мөхәмәт хәҙрәт Ғәлләмов, минең йәш тулған күҙҙәремде күреп, үҙҙәре барырға йыйналған төркөмгә саҡырҙы. Беҙгә яҡын ғына Украина мосолмандары урынлашҡан икән. Киев ҡалаһының имамы етәкселегендә Джәбәл әр-Рәхмә тарафына йүнәлдек. Миңә иптәшкә Одесса ҡалаһынан мосолманлыҡ ҡабул иткән бер мәрйә ханымды алдылар.
...Раббым миңә ғүмерҙе ожмахтарыңа торорлоҡ гүзәл тәбиғәтле Инйәр төбәгендә, таулы төйәктә бүләк иткән. Уралымдың мөһабәт үрҙәренең, һырт артында һырттарҙың күкһел сикһеҙлегенең, көмөш сабаҡ уйнаған йылғалар сафлығының, еләктәре түшәлеп ятҡан аҡландарының, йәнлек ҡымжып торған урап сыҡҡыһыҙ урмандарының йәмен, тәмен белеп үҫеүем менән бәхетлемен. Уралымдың таштары бишегем булған, ҡаялары ҡанатымды нығытҡан.
Кавказдың болоттарҙы тишеп үткән ҡарлы түбәләрен, Арараттың күкте терәгән арҡаларын, Саксонияның йүкә баҫҡан үңерҙәрен, Рерих һүрәттәрендәге сихри Тибет ҡаяларын таулы асылым менән тамашалап, һуштарымды йыя алмай торғаным бар.
Тик һуңғы һулышыма ҡәҙәр күҙ алдымдан китмәҫ, рухыма ныҡлыҡ биреп, йәнемде сафландырып торор үҙенә башҡа бер тау бар, ул - Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһи үә сәлләм, эҙҙәрен һаҡлаған Рәхмәт йәки Доға тауы (ғәрәпсә Джәбәл әр-Рахмәһ йәки Джәбәл әд-Дүғә). 2005 йылдың ғинуар айында, зөлхизәлә, миңә ошо мөҡәддәс тауҙың пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһи үә сәлләм баҫҡан илаһи таштарына ҡағылыу, ҡағылыу ғына түгел, улар буйлап күтәрелеп, ғибәҙәт ҡылыу насип булды.
Бөгөн - яҡташтарым әйтмешләй, Әрәпә байрамы, зөлхизә айының туғыҙынсы көнө. Ғәрәфәт тауы исеменән килеп ингән икән дәһә был һүҙ телебеҙгә. Ожмахтан ергә төшөрөлгән Инәбеҙ Һауа менән Атабыҙ Әҙәм бер-береһен быуаттар дауамында эҙләгәндән һуң тап ошо көндә, ошо тауҙа килеп табышҡан, тиелә дини риүәйәттәрҙә. Ошонда әҙәмдән әҙәм яралған, түл йәйгән, йәғни кешелектең тәү Ватаны - ошонда. Әҙәми зат юҡтан бар ҡылынған ошо көн айырым бер мөғжизәле көскә эйә - Аллаһы Хаҡ Тәғәлә тәхете ергә тамам яҡыная, доғаларҙың күбеһе ҡабул ҡылына, тип инана мосолмандар. Заман теле менән әйткәндә, уй-теләк матдиләшә.
Юлды ҡыҫҡартыр өсөн әллә ниндәй таш ҡоймалар аша ырғып, хатта сүплектәр, сәнскеле ҡыуаҡтар үтә барһаҡ та ҡыуанысым эсемә һыймай - мин Рәсүлебеҙ вәғәз һөйләгән тауҙы, ул баҫып торған урынды күрәсәкмен!
Шоссе буйлап төрлө урында бушлай ризыҡ тараталар. Ғәҙәттә ҡатырға ҡумталарҙа дөгө менән тауыҡ бото була. «Ҡоро паек» та бар - уныһында һыу, төрлө тәм-том, хөрмә (финик). Ризыҡ алырға һыу буйы халыҡ торһа ла сират тиҙ үтә. Беҙ туҡтап торманыҡ, шулай ҙа сиратһыҙ-ниһеҙ бер урында банан тоттороп ебәрҙеләр.
Бына ул - Джәбәл әр-Рахмәһ! Тирә-яҡтағы ҡара-көрән яланғас ташлы түбәләстәр араһында бер ул ғына тыуған яғымдың күҙ яуын алырлыҡ сафлыҡ бөркөгән ҡарлы тауын хәтерләтеп, ап-аҡ булып күренеп ултыра. Әйтерһең, донъяның бар аҡ күгәрсендәре осоп килгән дә, туп булып һарыған. Динебеҙ сафлығы, иманыбыҙ сафлығы һынланышы лаһа был күренеш! Төркиәлә ергә төшкән ғәләмәт ҙур болот өйкөмөн хәтерләткән Памуҡ-ҡалә (беҙҙеңсә Мамыҡ ҡәлғә) тигән тау бар. Йәйен-ҡышын кеше тәне температураһында ҡалған мөғжизәле һыуы шулай ағартып, паклап тора икән. Был да шундайыраҡ бер урынмы икән тип уйлап ҡуйғайным. Яҡыныраҡ килгәс кенә аңланым - баҡтиһәң, аяҡ баҫырлыҡ та урын ҡалдырмай мыжғып торған хажиҙарҙың ихрамы бар битләүҙе аҡҡа бөркәгән.
Тау итәгендә халыҡ араһынан йырып үтеүе ауырлашты, тәпәш кенә сатыр ҡороп та, сатырһыҙ ҙа йыйнаулашып ултырып алғандар, һәр кем үҙ эше менән мәшғүл: кем ғибәҙәт ҡыла, кем тамаҡ ялғай, кем йоҡлап ята. Тар ғына һуҡмаҡтан өҫкә ынтылабыҙ. Шымарып бөткән ҙур-ҙур таштарға, ап-аҡ ихрамымды йәлләп тормай, ҡайһы саҡ үрмәләп менергә тура килһә лә, юлдаштарымдан ҡалмайым, улар үҙҙәре лә ярҙамынан мәхрүм итмәне. Еләк эҙләп ҡаялар араһын ҡыҙырып үҫеүем дә бик ярап ҡуйҙы - таҫылһыҙға тау менеү, ай-һай!
Оҙон буйлы, ҡара тәнле мосафирҙар, ваҡ ҡына индонезиялылар, епкә тағылған муйынса кеүек, араларына һис кемде индермәй, үткәрмәй әрһеҙләнеп юл быуа. Уларҙы ла аңларға була: тороп ҡалдыңмы, меңәр-меңәр халыҡ араһында аҙашаһың да ҡуяһың. Баштараҡ яҙғанымса, беҙҙең төркөмдән Барый исемле оло йәштәге бер ағай иртәгеһен Мина үҙәнендә яҙлығып ҡалып, 12 сәғәт әллә ҡайҙарҙа эҙләнеп йөрөгән. Ирҙәргә артһыҙ «сәпелдәк» кенә кейергә рөхсәт ителә тигәйнем инде - улары төшөп ҡалып, аяҡтары сей яраға әйләнгән меҫкенкәйҙең. Быны ул Өфөгә ҡайтҡас, «Ихлас» мәсетендә хажиҙар йыйналған көнө күҙҙәренә йәш алып һөйләне.
...Ярайһы уҡ бейеккә күтәрелдек. Барған һайын таштар эрерәк, әллә ни мөғжизә менән эләгеп тора. Беҙ туҡтаған тапҡырҙағыһын ағастар менән терәтеп ҡуйғандар. Ныҡлы күренһәләр ҙә, бәғзе берҙә онталып китеп, аҫтында кешеләр ҡалғаны ла бар икән. Шуға хәүефләнеп, бында йөрөмәүебеҙҙе хуп күргәндер йәш имам.
Ә минең йөрәгемдә һис хафа юҡ, бары ус аяһындай ҙа болото булмаған күккә ашырырҙай булып, шатлыҡ ҡанаттарым ошо илаһи бейеклеккә өйөрөлтөп артылдыра, йәнем күктәр менән һөйләшә. Берсә һөйөнөс, берсә яҙыҡтарым өсөн әрнеү йәштәре Пәйғәмбәр эҙҙәре йылыһын һаҡлаған таштарға субырлап ҡойола.
Одесситка ла доғаларҙан күҙ яҙҙырмай. Бер ҡағыҙын ел осортоп, һарыҡташтар араһындағы ҡыуышҡа атып бәрҙе. Беҙ төшөп кенә алырлыҡ түгел. Шунда йөрөгән ҡара тәнле малайҙар, ымыбыҙҙы аңлап, йылмая-йылмая сүп-сар араһынан кириллица менән яҙылған доғаларҙы табып алып бирҙе. Илаһи көндә кешегә изгелек ҡыла алыуҙарынан шат булыуҙары йөҙҙәренә яҙылған, беҙ ҙә йәш диндәштәребеҙгә рәхмәт тойғоһо кисерәбеҙ - туғанлыҡ, бер бөтөнлөк тойғоһо ярала.
Ултырған ташыбыҙҙан күҙ күреме ерҙә сатырҙар теҙелеп киткән. Рәсми хәбәр итеүҙәренсә генә лә быйыл ике миллиондан ашыу кеше хажға килгән. Ә инде ҡунаҡханаға урынлашмай, саҡрымдар һуҙымында тау итәгендә, урамдарҙа йоҡлап ятҡан кешеләрҙе иҫәпкә алыусы ла юҡ - улары әллә нисә миллиондыр әле.
Мәхшәр. Хаж - ул ахыры заманда ҡубарылыр халыҡтың кескәй өлгөһө, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Ихрам да бит кәфенде хәтерләтә... Үҙ төркөмдәшең генә булмаһа, һис кемдең һис кемдә эше юҡ. Битарафлыҡ тип атап булмайҙыр быны, бәлки хажға килеүселәрҙең үҙ эске донъяһын барлауы, тәүбәгә килеүе, хистәренә башкөллө сумыуы ла барҙыр. Әммә яһилланып кешегә ҡанығыуҙы ла, тупаҫлыҡты ла күрмәнем тиерлек.
Мин дә эске донъяма бикләнәм - бер кемде лә, бер ниҙе лә күрмәҫ булам. Тиҙлек менән елгән экспресс шикелле, ғүмер юлым күҙ алдымдан үтә. Яҙмышыма зарланырлыҡ түгел, шөкөр. Тик бәндәлек менән ебәргән яҙыҡтарҙан мин дә азат түгел, белә-күрә гонаһ ҡылмаҫҡа тырышһам да, белмәй ҡылынғандары ла барҙыр. Күп нәмәне яңы төшөнә башланым бит әле, ни үкенес. Хаталарым иҫкә төшкән һайын «экспресс» бер аҙға туҡтай, артҡа сигенә төшә, шунан тағы елдерә, тағы туҡтай... Йәнемде-тәнемде оялыу, үкенес уты ялмай. Телем: «И Раббым, тәүбәләремде ҡабул ҡыл, бәндәлек менән ҡылған гонаһтарымды ярлыҡа,-» тиеүҙән талмай. Игелегем дә тейәлер кешеләргә, шулай ҙа уларын иҫкә алмайым - Аллаһы Хаҡ Тәғәлә үҙе белә, тик сауапһыҙ ғына ҡалдырмаһын. Ә миңә выждан утында янып таҙарыныу фарыз.
«Ни гонаһтарым өсөн!» - тип, ниндәйҙер бәлә-ҡаза, ҡайғы килгәндә, үҙен фәрештәләй саф һанап, өҙгөләнгән кешеләрҙе күргәнем бар. «Гонаһлылыҡ гонаһһыҙмын тигәндән башлана», - тигән Ғәйшә раҙыйаллаһу ғәнһә. Бәндә үҙ булмышы, яралтылмышы менән яҙыҡтарҙан азат була алмай - уның нәфесе бар. Беҙ иһә оло гонаһтарҙы ғына иҫәпкә алырға күнеккәнбеҙ. Ә бит кемдер тауҙай гонаһ ҡылып та, ихлас тәүбәләре, сауаплы эштәре менән шуны йыуҙыртыуы, ә кемдер ваҡ ҡына гонаһтарҙан тау йыйып, әммә үҙен гонаһһыҙҙай күреп, тәкәбберләнеп, донъялыҡтан тамуҡ әһеленә әүерелеп уҙыуы ихтимал...
Байтаҡ ваҡыт таш өҫтөндә ғибәҙәт-доғалар ҡылып ултырғандан һуң ҡайтыр яҡҡа юлланабыҙ. Хуш, Джәбәл әр-Рахмәһ, хуш, Рәхмәт тауы! Йәнемә һинең сафлығыңды, аҡлығыңды сорнап алып китәм, уны өлөш-өлөш итеп яҙмышымда осраған кешеләргә һәҙиә итеп таратырға Раббым насип итһен! Таңдарҙа йәнем аҡ күгәрсен булып һиңә осоп килер ҙә минең кеүек үк һине һағынғандарҙың йәндәре менән осрашыр. Ябай күҙҙәр күрмәһә лә, Әрәпә көнө генә түгел, һәр саҡ ап-аҡһыңдыр һин, әр-Рахмәһ!
Из книги Гузаль Ситдыковой "Сады райские"
http://rbwoman.ru/node/344/edit




