Конкурсы семей
ИҢ ЯҠШЫ ҒАИЛӘ -
Батырхан менән Баязитты үҫтергәне
Үткән аҙнала Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайында баш ҡаланың иң яҡшы йәш ғаиләһе билдәләнде. Ҡала округы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм "Индиго" психологик-медик-социаль үҙәге ойошторған был конкурстың төп маҡсаттарының береһе - йәмғиәттә ғаилә статусын һәм ғаилә тормошоноң баһаһын күтәреү, республикала йәшәүсе халыҡтарҙың милли-мәҙәни традицияларын таратыу, үҫтереү, шулай уҡ үҫеп килеүсе быуынды рухи-әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу.
"Йәш ғаилә - 2010" ҡала конкурсының финал өлөшөнә сыҡҡан ете пар араһынан Гран-прины Киров районынан Рәзилә һәм Руслан Шәйхетдиновтар яуланы. Биш йәшлек Батырхан менән бер йәшлек Баязит исемле улдар тәрбиәләгән был ғаилә 2002 йылда "Йәшлек-шоу" конкурсында таныша. "Йыр һәм моң беҙҙе осраштырҙы, ҡауыштырҙы", - тиҙәр Шәйхетдиновтар үҙҙәре.
Әле ғаилә башлығы Октябрь районында Федераль миграция хеҙмәте идаралығы етәксеһе булып эшләһә, Рәзилә "Тамыр" телерадиостудияһында "Байтус" тапшырыуының мөхәррире. Шулай ҙа уларҙың йыр-моңдан бөгөн дә айырылғаны юҡ. Рәзилә шиғырҙар ижад итә, Руслан көйҙәр яҙа, "Любизар" төркөмөндә йырлай. Батырхан "Тамыр" студияһына йөрөй, атаһы һымаҡ, йә милиционер, йә етәксе булырға хыяллана. Шуға ла каратэ секцияһында шөғөлләнә, "Ысын егет көслө булырға тейеш", - ти ул. Баязит та ағаһына эйәреп, төрлө уйындар уйнарға, йүгерергә ярата. Әле бәләкәй булыуынан файҙаланып, ағаһы уның табип булырын хәл итеп тә ҡуйған.
- Улдарыбыҙға ысын ир тәрбиәһе бирергә тырышабыҙ, - ти Руслан Шәйхетдинов. - Өйҙә уларҙы тыймайбыҙ, тик артыҡ шашып китһәләр, шелтәләп алырға ла тура килә. Батырхан каратэға йөрөй, был көрәш төрө уға үҙен яҡларға ғына түгел, ә тормоштағы төрлө хәлдәрҙән дөрөҫ сыға белергә, сыҙамлылыҡҡа, ихтыяр көсөнә лә өйрәтә.
Рәзилә лә, Руслан да үҙ халҡының, үҙ нәҫеленең тарихына битараф түгел. Рәзилә үҙенең егерме быуын ата-бабаһын белә, уның тамырҙары арҙаҡлы Бабсаҡ бейгә барып тоташа. Руслан әлегә туғыҙ быуынын өйрәнгән, конкурсҡа әҙерләнгән мәлдә архивта эҙләнеп, әсәһе яғынан Аҡкөсөктәр нәҫеленең Шәғәле Шаҡманға бәйле булыуын асыҡлаған. Был данлы нәҫелдән булған Көсөк старшина үҙ ваҡытында Белорет, Әбйәлил, Учалы яҡтарында берҙән-бер табип булып, халыҡты дауалауын иҫләүселәр был төбәктә әле лә бар. Былар Русландың күңелен үҫтерә, олаталары рухы гел изге эштәргә әйҙәп тора. Шуға ла "Йәш ғаилә" конкурсының шәжәрәгә ҡағылышлы өлөшө бигерәк фәһемле һәм файҙалы булды, ти улар. Тырышлыҡтарын жюри ағзалары ла юғары баһаланы: "Ғаилә тарихына ихтирамлы ҡараш өсөн" тигән махсус диплом менән бүләкләне Шәйхетдиновтарҙы. Инәнән күргән - тун бескән, атанан күргән - уҡ юнған, тиҙәр, әле барыһына ла бик үк төшөнөп етмәһәләр ҙә, матур яңғырашлы боронғо исемдәр йөрөтөүсе Батырхан менән Баязит та киләсәктә олатайҙары менән ғорурланыр, уларҙың исеменә тап төшөрмәҫкә тырышып йәшәр, үҙҙәре лә нәҫелдәрен лайыҡлы дауам итерҙәй улдар үҫтерер.
Быйылғы конкурстың тағы ла бер үҙенсәлеге - "Ғаилә гербы" тип аталған бәйге ине. Шәйхетдиновтар ғаилә гербын яһауға ла ижади ҡараған: унда тирмә, Рәзилә менән Русландың ырыу тамғалары төшөрөлгәйне. Герб бер ҡараһаң - ҡалҡан, бер ҡараһаң - ҡаурый формаһында. Ҡалҡан, беренсенән, ғаиләне символлаштырһа, икенсенән, хоҡуҡ һаҡлау органдарын, йәғни Русландың эшен аңлата. Ә ҡаурый - Рәзиләнең шиғри күңеленә ишара.
Тағы ла бер матур ғаилә байрамы артта ҡалды. Ҡала тормошонда күркәм ғәҙәткә әүерелгән был конкурс быйыл да татыу, берҙәм, ижад менән янып йәшәгән йәш ғаиләләр менән һоҡланырға мөмкинлек бирҙе, дәртлеләрҙең күңеленә осҡондар һалды, уйһыҙҙарҙы уйландырҙы. Ә Шәйхетдиновтарға йыл аҙағында "Йәш ғаилә - 2010" Республика конкурсында баш ҡаланың данын яҡлап сығыш яһау бәхете йылмайҙы. Төп мәғлүмәти бағыусы "СТС-Өфө" телекомпанияһы еңеүселәрҙе Мәскәүҙә "Папины дочки" телесериалы геройҙары менән осрашыуға билет менән дә бүләкләне. Кем белә, бәлки, был ғаилә сериалының киләһе сериялары Рәзилә Шәйхетдинова сценарийы буйынса төшөрөлөр?
Шулай итеп...
"Йәш ғаилә - 2010" ҡала конкурсында өсөнсө урынға Ленин районынан Екатерина һәм Александр Пустовиттар, икенсе урынға Калинин районынан Анна һәм Константин Морозовтар, Совет районынан Лилиә һәм Руслан Ғөзәйеровтар, беренсе урынға Орджоникидзе районынан Анна һәм Дмитрий Шемагоновтар ғаиләләре лайыҡ булды. Уларҙың барыһына ла конкурстың бағыусылары ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Ләйсән НАФИҠОВА.




